4 декабрь, Йәкшәмбе

26 ғинуар 2010 йыл, 16:03

Башҡортостан Хөкүмәте "Йәшел аҙна" Гран-прийы менән наградланды

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Продукцияның бик яҡшы сифаты өсөн Башкортостан Республикаһы Хөкүмәтенә Гран-при, брендтарҙың үҙенсәлекле дизайны һәм аҙыҡ-түлек тауарҙарының юғары тәм сифаттары өсөн өс диплом һәм ике миҙал – Башҡортостан предприятиелары Берлиндағы «Йәшел аҙна» күргәҙмәһенән ошондай наградалар алып ҡайтты.

Бынан тыш, Рәсәй экспозицияһы составында күргәҙмәлә әүҙем ҡатнашҡан өсөн Башҡортостан, атап әйткәндә, «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Рәсәй ауыл хужалығы министры Елена Скрынник ҡул ҡуйған РФ Ауыл хужалығы министрлығы дипломдары менән бүләкләнде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 ғинуарҙан 24-енә тиклем Берлинда 75-се «Йәшел аҙна 2010» ("Green Week", "Grune Woche") халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкәһе үтте. Рәсәй делегацияһы составына Башҡортостан предприятиелары инде. Быйыл Берлиндағы абруйлы халыҡ-ара аграр форумда республиканан ике предприятие — «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге ҡатнашты.

Был Европа баҙарында Башҡортостан тауарҙарының тәүге генә презентацияһы түгел. Республика аграрийҙары – «Йәшел аҙна»ла даими ҡатнашыусылар. Былтыр Берлиндағы күргәҙмәлә Башҡортостандан «Дикий мед» һәм «Калиновая» араҡыларын Германияның ҙур сауҙа селтәрҙәренә сығарыуға килешеүҙәр төҙөлгәйне. Немецтар башҡорт сифатын лайыҡлы баһаланы.

Шуға ла быйыл бөтә төп брендтар ҡуйылған «Башспирт» предприятиеһы экспозицияһы шунда уҡ күргәҙмә ҡунаҡтарының иғтибарын йәлеп итте. Килеүселә    р «Дикий мед», «Белый чай», «Башкирский стандарт», «Курай», «Петровский сенат» һәм «Калиновая» араҡыларын тәмләп ҡарай алды. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар брендтарҙың стилле дизайнын һоҡланып ҡарау ғына түгел, продуктты етештереү технологияһы хаҡында ла тәфсирләп һорашты.

Быйылғы «Йәшел аҙна»ла Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре еврозонала дистрибуция буйынса партнерҙар менән әүҙем һөйләшеүҙәр алып барҙы, продукция оҙатыу һәм ассортиментын киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе. «Башспирт»тың Берлиндағы аграр форумда өлгәшкән ҡаҙаныштары араһында — «Leon GMBH» күмәртә алкоголь компанияһы директоры Леонид Крашевич менән Европаға «Дикий мед», «Башкирский стандарт», «Платиновая star», «Калиновая», «Уфимка», «Федор Шаляпин» араҡыларын сығарыуҙы артабан оҙайтыу тураһында килешеү. Бынан тыш, Германияға башҡорт тәбиғи балын оҙатыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барылды.

Башҡортостан предприятиеларының «Йәшел аҙна»ла ҡатнашыу һөҙөмтәләре тураһында бөгөн БР Ауыл хужалығы министрлығында журналистар менән осрашыуҙа БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов һәм «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Николай Князев һөйләне. Нуриәхмәтов әйтеүенсә, бөгөн республикаға Германияға башҡорт балы партияһын оҙатыуға тәүге заявка килгән дә инде.