4 декабрь, Йәкшәмбе

26 ғинуар 2010 йыл, 15:11

Башҡортостанда банкротлыҡ осорондағы предприятиеларҙа ваҡытында түләнмәгән эш хаҡы буйынса иҫәпләшеүгә контроль көсәйтелгән

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда банкротлыҡ сигендәге предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләүгә контроль арттырылған. БР Профойошмалар федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, бындай ҡарар Ведомство-ара координацион советының эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурыстарҙы түләү мәсьәләләренә арналған һуңғы ултырышында ҡабул ителгән. Республикала эш хаҡы буйынса бурыстар менән бәйле хәл-ваҡиғаны аҙна һайын күҙәтеп, билдәләп барыусы БР Профойошмалар федерацияһы инициативаһы буйынса ҡабул ителгән ҡарар был. Банкротлыҡ сигендәге байтаҡ предприятиелар бығаса профойошмалар күҙенә эләкмәгән, сөнки арбитраж идарасылар статистика органдарына булған бурыстар тураһында ваҡытында иҫәп бирмәгән. Эш биреүселәрҙең хеҙмәткәрҙәре алдында ысынбарлыҡта күпме бурысы булыуы тураһында элек фараз итергә генә мөмкин булған. Хәҙер иһә Ведомство-ара координацион совет ҡарарына ярашлы, республикала эшмәкәрлек итеүсе арбитраж идарасылар банкротлыҡ сигендәге предприятиеларҙың эш хаҡы буйынса бурысын бөтөрөүгә бәйле алып барылған эштәре тураһында Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығы алдында иҫәп-хисап бирергә тейеш.  

темалар: профсоюздар