4 декабрь, Йәкшәмбе

26 ғинуар 2010 йыл, 14:51

Балаларҙың ялын ойоштороу ҡағиҙәләре әҙерләнә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең балаларҙың ялын һәм сәләмәтләндереүҙе ойоштороу һәм тәьмин итеү тураһында ҡарар проекты Башҡортостанда социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса Республика өс яҡлы комиссияһы секретариатынан БР Профсоюздар федерацияһына яраштырыуға илтелде.

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был документ республикала балаларҙың ялын ойоштороу ҡағиҙәләрен һәм республика бюджетынан муниципаль берәмектәргә бүленгән средстволарҙы тотоноу тәртибен билдәләй.

Бынан тыш, проект менән 15 йәшкә тиклемге балалар өсөн Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан ҡаланан ситтәге балалар сәләмәтләндереү лагерҙарына яҙғы, көҙгө һәм ҡышҡы каникулдар осоронда кәмендә 7 көнгә һәм йәйге каникулдар осоронда 18 көндән 21 көнгә тиклем ваҡытҡа путевкаларҙы өлөшләтә һәм хатта тулыһынса түләү өсөн предприятиеларға һәм ойошмаларға средстволар бүлеү ҡаралған.