5 декабрь, Дүшәмбе

26 ғинуар 2010 йыл, 14:13

Биатлон буйынса Рәсәй беренселеге асыла

автор: Дмитрий Слезин

29 ғинуарҙа Өфөнөң «Биатлон» спорт-сәләмәтләндереү комплексында 26 йәшкә тиклемге спортсылар араһында биатлон буйынса Рәсәй беренселеге башлана.

Был Европа чемпионатына һайлап алыу ярыштары булып торасаҡ.

Турнирҙы ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Рәсәй биатлонсылар союзы һәм «Биатлон» спорт-сәләмәтләндереү комплексы.

Ярыштар программаһында индивидуаль ярыш, спринт һәм эстафета ҡаралған.

темалар: биатлон