5 декабрь, Дүшәмбе

26 ғинуар 2010 йыл, 13:44

Көрсөккә ҡаршы саралар 155 миллиард һум күләмендә баһаланды

автор: Эльвира Латипова

2009-2010 йылдарға көрсөккә ҡаршы саралар комплекслы программаһы – 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мөрәжәғәтнамәһенең төп положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса программаһы иҡтисади бүлегенең төп моменты.

Программаның үтәлеше тураһында БР Хөкүмәте ултырышында БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко һөйләне.

— Көрсөккә ҡаршы программа үҙендә ғәмәлдәге төбәк һәм федераль программалар сараларын, шулай уҡ иҡтисади стимуллаштырыуҙың яңы сараларын берләштерә, — тине Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы. – Был программа сараларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән средстволарҙың дөйөм күләме, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙы ла индереп, 155 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Көрсөккә ҡаршы саралар сиктәрендә Хөкүмәт Башҡортостандың Монопрофилле муниципаль берәмектәренең үҫеш концепцияһын раҫланы. Уға ярашлы, бындай биләмәләрҙең дүрт төркөмө айырып күрһәтелде һәм һәр береһе өсөн перспективалы үҫеш сценарийы билдәләнде.

Шулай уҡ көрсөккә ҡаршы сәйәсәт юҫығында республикала дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарын тотоуға сығымдар оптималләштерелде. Элемтәгә һәм транспорт хеҙмәтләндереүенә сығымдарҙың яңы нормативтары билдәләнде.

— Көрсөктән һуңғы уңышлы үҫеш нигеҙе булараҡ, инвестицион әүҙемлек мәсьәләһе ҙур әһәмиәткә эйә, — тип билдәләне министр. – Рәсәй төбәктәренең инвестицион әүҙемлегенә һуңғы рейтинг һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы төп номинацияла – «Инвестициялар йәлеп итеүсәнлектең юғары кимәле» — туғыҙынсы урын, ә «Инвестициялауҙың минималь иҡтисади хәүефе» номинацияһында ил төбәктәре араһында беренсе урын яуланы.