9 декабрь, Йома

26 ғинуар 2010 йыл, 12:08

Мортаза Рәхимов – Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары иҫәбендә

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан Президенты, Иҡтисади яңылыҡтар агентлығы тарафынан үткәрелгән тикшереү мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2009 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары иҫәбенә инде, тип хәбәр итә «Независимая газета». Мортаза Рәхимов көслө һөҙөмтәле лоббистар исемлегендә, уға, унан тыш, Волга буйы федераль округына ингән Федерация субъекттары башлыҡтарынан Һамар өлкәһе губернаторы Владимир Артяков ҡына инә.

Бик көслө һөҙөмтәле лоббистар исемлеге башында Юрий Лужков (Мәскәү) тора, унан ҡала икенсе урында – Татарстан башлығы Минтимер Шәймиев, өсөнсө урынды Валентина Матвиенко (Санкт-Петербург) менән Аман Тулеев (Кемерево өлкәһе) бүлешә.

Көслө һөҙөмтәле лоббистар исемлегендә ете генә кеше; Башҡортостан Президенты дөйөм 13-сө урында, Валерий Шанцев (Нижегородка өлкәһе), Георгий Боос (Калининград өлкәһе) һәм Владимир Артяковтан (Һамар өлкәһе) алдараҡ.

темалар: рейтингылар