3 декабрь, Шәмбе

26 ғинуар 2010 йыл, 11:37

Башҡортостан өҫтәмә бонустарға иҫәп тота

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондына күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреү һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса төбәк адреслы программаларын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ 2009 йылда финанс ярҙамы күрһәтеү шарттарын үтәү тураһында отчет тапшырҙы.

Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, 15 февралгә тиклем Фондта килтерелгән документтарҙы өйрәнәсәктәр, бынан һуң улар дәүләт корпорацияһы идараһы тарафынан ҡараласаҡ. Отчетты яҡлау өсөн республика ведомствоһы белгестәре әлеге ваҡытта Мәскәүҙә. Республика был программаларҙы тормошҡа ашырыуға бик әүҙем ҡушылды һәм өҫтәмә бонустарға иҫәп тота.

Былтыр ғына Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды программалары буйынса 6,02 миллиард һум аҡса алды. Республика бюджетынан тағы ла 1,4 миллиард һум бүленде. Шуның һөҙөмтәһендә 539 күп фатирлы йорт ремонтланды, 313 авария хәлендәге йортта йәшәүселәр күсерелде. Республиканың 91 139 кешеһе торлаҡ шарттарын яҡшыртты.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2010 йылда капиталь ремонтлау һәм авария хәлендәге йорттарҙан кешеләрҙе күсереүҙе финанслау тураһындағы ҡарар Фонд идараһы 2009 йыл өсөн тапшырылған отчетты раҫлағандан һуң ғына ҡабул ителәсәк.