8 декабрь, Кесе йома

26 ғинуар 2010 йыл, 10:36

“Китап” нәшриәтендә сираттағы “Аҡсарлаҡ” альманахы сыҡты

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә татар телендәге “Аҡсарлаҡ” альманахының сираттағы сығарылышы донъя күрҙе. Коллектив йыйынтыҡта 24 авторҙың әҫәрҙәре тупланған: шиғырҙар һәм йыр текстары, новеллалар, сатирик хикәйәләр, миниатюралар һәм башҡалар. Альманахты төҙөүсе — Дина Мырҙаҡаева.

Йыйынтыҡта татар телендә яҙған йәш авторҙарҙың ижады яҡшы бирелгән. Уларҙы илдә барған ваҡиғаларға битараф булмау, хәҙерге замандың ҡатмарлы социаль һәм әхлаҡи проблемаларын аңларға, уларҙы художестволы саралар менән сағылдырырға ынтылыу берләштерә.

темалар: нәшриәт эше