11 декабрь, Йәкшәмбе

26 ғинуар 2010 йыл, 9:31

Өфөнөң 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе өй туйланы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Кисә, 25 ғинуарҙа, 2006 — 2015 йылдарға иҫәпләнгән Рәсәй Федерацияһында физик культураны һәм спортты үҫтереү Федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфөлә яңы физкультура-спорт комплексы асылды.  

Комплексты асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, Өфө мэры Павел Качкаев ҡатнашты.

31-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе территорияһында урынлашҡан 1300 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы был комплекс быйылғы йылда файҙаланыуға тапшырылған тәүге заманса спорт ҡоролмаһы иҫәпләнә. Уҙған йылда иһә «2006 — 2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһында физик культураны һәм спортты үҫтереү» Федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ошондай туғыҙ объект файҙаланыуға тапшырылған.

Октябрь районы хакимиәте башлығы Владимир Дмитрюк әйтеүенсә, бында олимпия резервының 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре шөғөлләнәсәк. 1971 йылда барлыҡҡа килһә лә, уның әлегә тиклем спорт базаһы булмаған. Балалар күп ваҡыт Спорт һарайында шөғөлләнгән. Хәҙер иһә көндән-көн яңы бейеклектәр яуларға, көслөрәк, етеҙерәк һәм бейегерәк булыр өсөн бар шарттар ҙа булдырылған.

Ике ҡатлы спорткомплекста күп функциялы спорт һәм тренажерҙар залы, тренерҙар, снаряд, ял итеү, медицина ярҙамы бүлмәләре, кейенеп-сисенеү урындары, саунаһы менән хәл алыу үҙәге, төрлө административ биналар бар.

Әйтергә кәрәк, шорт-тректа сығыш яһаусы был мәктәп тәрбиәләнеүселәре Европа чемпионаттарында, донъя Кубогы этаптарында әллә күпме тапҡыр еңеүсе һәм призер булған. Миҫал өсөн, 2006 йылда Туринда Ҡышҡы Олимпия уйындарында 1-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Вячеслав Кургинян Рәсәй данын яҡланы.  2010 йылда Ванкуверҙа үтәсәк ХХI Ҡышҡы Олимпия уйындарында ошо спорт мәктәбе уҡыусылары Семен Елистратов менән Руслан Захаров илебеҙ исеменән сығыш яһаясаҡ.

Объект төҙөлөшөнә 38 миллион һум сарыф ителгән, шуның 28 миллионы – республика ҡаҙнаһынан. Республика капиталь төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре, “Урал үҙәк”, “”Производство-механизацияланған колонна” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре ҡоролманы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә — алты айҙа сафҡа индергән.

2010 йылда Башҡортостанда үрҙә әйтелгән программа нигеҙендә “Өфө-Арена”ның икенсе сиратын, Сибайҙа боҙ һырғалағын төҙөү ҡаралған, шулай уҡ Стәрлетамаҡтағы боҙ һарайы төҙөлөшөн металл конструкциялар менән тәьмин итеү планлаштырыла.