Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

2009 йылда тоҡомсолоҡ эшенә 351,5 миллион һум аҡса бүленде

Иҡтисад

Былтыр Башҡортостанда лизинг буйынса 248,6 миллион һумға, шул иҫәптән республика иҫәбенән 92,4 миллион һумға, 2,9 мең баш тоҡомло мал һатып алынды. Дөйөм алғанда, тоҡомло малсылыҡҡа ярҙамға ике кимәлдәге бюджеттарҙан 351,5 миллион һум аҡса йүнәлтелде.

БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2009 йылда ауыл хужалығы предприятиелары 10 мең баштан ашыу тоҡомло һыйыр малы һатып алды. 2055 баш ит һәм һөт йүнәлешендәге һыйыр малы Австралиянан, Венгриянан, Финляндиянан һәм Словакиянан килтерелде.

Былтыр Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағында Тоҡомсолоҡ эше буйынса координацион совет ойошторолдо. Уның ярҙамында консультация хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеү һәм алдынғы тәжрибәне артабан үҫтереү һәм индереү буйынса реконмендациялар әҙерләү өсөн берҙәм мәғлүмәт-эшлеклелек майҙаны булдырыласаҡ.

Хәҙерге ваҡытта тоҡомло малсылыҡ берҙәм республика электрон базаһы эшләнә. «Башплемсервис» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы составында малсылыҡта мәғлүмәт технологиялары төбәк үҙәге ойошторолған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть