11 декабрь, Йәкшәмбе

25 ғинуар 2010 йыл, 17:02

“Һылыуҡай-2010”да ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу башлана

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Бөгөндән Башҡортостанда “Һылыуҡай-2010”  республика конкурсына һайлап алыу турҙары башлана. Ул бер нисә тораҡ пунктында үтәсәк: 25 ғинуарҙа Учалыла, 28 ғинуарҙа Нефтекамала, 1 февралдә Сибайҙа, 2 февралдә Иҫке Собханғол ауылында, 4 февралдә Стәрлетамаҡта һәм 5 февралдә Өфөлә.

Һайлап алыу этабында ҡатнашыусыларға түбәндәге талаптар ҡуйыла: тәбиғи матурлыҡ һәм мөләйемлелек, тура һын, 170 сантиметр оҙонлоғонда буй, әҙәби башҡорт теленә эйә булыу, 16-22 йәштә булыу.

Башҡортостандың иң һылыу ҡыҙы исеменә дәғүә итеүселәрҙең һәр береһенең үҙе менән портфолиоһы, спорт формаһы һәм документтары булырға тейеш.

Алдан һайлап алыу турҙары йомғаҡтары буйынса 6 февралдә Өфөлә, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы бинаһында, конкурстың ярым финалы үткәрелә.

«Һылыуҡай-2010» финалын 14 февралдән 8 мартҡа тиклем Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында үткәрергә планлаштырыла. Былтырғы кеүек, ул «БЮТ» каналы эфирында “Һылыуҡай” конкурсы көндәлеге” программаһында яҡтыртып барыласаҡ.

Ҡатнашыуға заявкалар miss-asia-ufa@mail.ru электрон адресына йәки Өфө ҡалаһы М. Ғафури урамы, 11, «Тамыр» студияһы адресы буйынса ҡабул ителә.

8(347) 291-25-57, 273-19-47, 8-919-14-62-008 телефондары аша белешмә алырға мөмкин.