6 декабрь, Шишәмбе

25 ғинуар 2010 йыл, 16:59

Зиннәт Аллаяров студенттарҙы ҡотланы

автор: "Башинформ" МА

БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров студенттарға ҡотлауҙарын ебәрҙе. Ул Татьяна көнөн – Рәсәй студенты байрамын билдәләүҙең матур йолаға әйләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡотлауҙа, атап әйткәндә, түбәндәгеләр яҙылған:

“Республикала 200-ҙән ашыу профессиональ уҡыу йортонда 300 меңгә яҡын студент белем ала. Йыл һайын республика студенттары рәтен арттырып, уҡыу йорттарында яңы кафедралар һәм факультеттар асыла. Был һөнәри белемдең һорау менән файҙаланыуын дәлилләй.  

Студенттар һәр ваҡыт Рәсәй йәмғиәтенең алдынғы өлөшө булды һәм әле лә шулай булып ҡала. Һис шикһеҙ, был йәшлек осоро – иң гүзәл миҙгел. Был ваҡыт арауығында тормош приоритеттары формалаша, ныҡлы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре ҡорола. Иң мөһиме, был йылдарҙа киләсәктәге уңыштың нигеҙе һалына – сифатлы белем алыу, тейешле мәғлүмәт туплау. Юҡҡамы һәр заманда ла тап студенттар яңылыҡ менән ҡыҙыҡһынған, ижади энергия, бөтмәҫ энтузиазм, принципиаллек һәм хеҙмәткә һөйөү менән айырылып торған.      

Һәм беҙҙең цифрлы һәм нанотехнологиялар заманында ла йәштәр студент йылдарында максимум белем һәм практик тәжрибә алып ҡалырға, заманса һөнәри компетенцияға эйә булырға тырыша.

Студенттар көнө — йәштәр менән эшләүсе, улар менән күңел йылыһын, энтузиазмын бүлешеүсе, белеме, баһалап бөтөргөһөҙ тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашыусы кешеләрҙең дә байрамы ул. Ихлас күңелдән беҙҙең профессиональ уҡыу йорттары уҡытыусыларына күңел күтәренкелеге, ныҡлы сәләмәтлек, илһам һәм яҡшы кәйеф теләйем!

Ҡәҙерле студенттар! Татьяна көнө студенттарҙың сессияһына тап килә. Бар һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтеүегеҙҙе теләйем. Һәр башланғыстарығыҙға уңыштар юлдаш булһын. Уҡыуҙа ҡаҙаныштар, сағыу тәьҫораттар, ижади еңеүҙәр һәм оптимизм һеҙгә”.

темалар: мәғариф