5 декабрь, Дүшәмбе

25 ғинуар 2010 йыл, 16:24

"Башҡортостан" фирма поезына өс яңы вагон өҫтәлде

автор: Любовь Колоколова

Куйбышев тимер юлы поездары былтыр Тверь вагондар эшләү заводының яңы вагондары менән тулыланды. Уларҙың күбеһе – плацкарт вагондар. 21 вагон фирма поездары составында йөрөйәсәк, шул иҫәптән өс плацкарт вагон — Өфөнән Мәскәүгә һәм кирегә йөрөүсе 39/40-сы "Башкортостан" фирма поезы составында.

Күп пассажирҙар яңы плацкарт вагондарҙың уңайлылыҡ кимәлен баһалап өлгөрҙө лә инде. Бында тимер юл буйлап уңайлы сәйәхәт ҡылыу өсөн барыһы ла уйланылған: һауаны кондициялау системаһы, индивидуаль яҡтыртыу эшләй,  өҫкө урындарҙа махсус сикләүҙәр ҡуйылған. Вагондарҙа цифрлы мәғлүмәт таблолары эшләй. Экологик саф туалет комплекстары йыһазландырылған, улар менән поезд китеп барғанда ла, туҡтағанда ла файҙаланырға мөмкин.

Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән бәйләнеш хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яңы вагондарҙа проводниктарға ла уңайлыраҡ. Мәҫәлән, хәҙер уларҙың купеһы ишеге өс ҡырлы асҡыстар менән түгел, ә магнит карточкаһы менән асыла, был купеға сит кеше инеүҙән яҡшыраҡ һаҡлай. Урын-ер әйберен һаҡлау өсөн урын да ҡаралған.

Тағы бер айырма – Куйбышев тимер юлына килгән бөтә вагондар яңы корпоратив төҫтәргә буялған. Киләсәктә вагон ремонтлау заводтарына киләсәк бөтә вагондарҙың тышҡы йөҙө яңырасаҡ.

Хәҙерге ваҡытта Куйбышев магистраленең фирма составтары тулыһынса тиерлек яңыртылды. Артабан күсмә составты яңыртыу программаһы бөтә пассажир поездары өсөн яңы вагондар һатып алыуҙы күҙ уңында тота. Мәҫәлән, быйыл пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү буйынса Куйбышев төбәк дирекцияһы тағы ла 22 яңы плацкарт вагон килеүен көтә. Улар иң ныҡ талап ителгән пассажир поездарын тулыландырасаҡ.