5 декабрь, Дүшәмбе

25 ғинуар 2010 йыл, 16:13

Һыуыҡтар ғинуар аҙағынаса һаҡланасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, һыуыҡ көн торошо ғинуар аҙағына тиклем һаҡланасаҡ. Аҙна дауамында төнгө температура 25-27 градус кимәлендә тора, аяҙайтҡанда 30 градус һыуыҡ көтөлә. Көндөҙ бер аҙ йылыта  — минус 17-18 градус.

Бөгөн кискеһен һәм иртәгә иртән синоптиктар бер аҙ ҡар яуасаҡ, тип вәғәҙә итә. Шаршамбы һәм кесаҙнала аяҙ һәм ҡояшлы буласаҡ. Көслө ел көтөлмәй.