Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Еңеүҙең 65 йыллығына арналған һынлы сәнғәт конкурсы иғлан ителде

Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы хөрмәтенә Башҡортостанда һынлы сәнғәт конкурсы иғлан ителде. Унда ҡатнашыуға профессиональ рәссамдар, шулай уҡ юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарының художество факультеттары (бүлектәре) студенттары саҡырыла. Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе.

БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурс халыҡтың ватан тарихына ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға, Бөйөк Ватан һуғышының төп этаптары һәм ваҡиғалары менән тәрәндәнерәк танышыу өсөн шарттар булдырыуға булышлыҡ итергә тейеш.  Бынан тыш, уның бурысына рәссамдарҙы Бөйөк Еңеүгә арналған яңы әҫәрҙәр ижад итеүгә дәртләндереү ҙә инә.

Конкурсҡа һынлы сәнғәттең түбәндәге төрҙәре буйынса һуңғы биш йылда ижад ителгән эштәр ҡабул ителә: «Һынлы сәнғәт», «Скульптура», «Графика», «Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте», «Театраль-декорация сәнғәте».

Конкурс йомғаҡтары буйынса яҙ Өфө художество галереяһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған республика күргәҙмәһе үтәсәк. Шулай уҡ күргәҙмәгә ҡуйылған әҫәрҙәрҙең тулы төҫлө каталогы баҫып сығарыласаҡ.

Ентеклерәк мәғлүмәтте түбәндәге телефондар буйынса белергә мөмкин: (347) 273-43-09, 284-42-47.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть