7 декабрь, Шаршамбы

25 ғинуар 2010 йыл, 14:50

Сергей Лаврентьев муниципаль берәмектәр сайттарын үҫтерергә саҡырҙы

автор: Евгений Рәхимҡолов

БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарын Башҡортостандың муниципаль берәмектәре рәсми сайттарын үҫтереүгә күберәк иғтибар бүлергә саҡырҙы.

— БР Президенты хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы үткәргән тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Башҡортостандың 54 муниципаль районынан 19-ының үҙ сайттары юҡ, — тине Сергей Лаврентьев. – Үҙ сайттары булған райондарға килгәндә, уларҙың 18 процентында хатта иң кәрәкле мәғлүмәт – төп вазифауи кешеләрҙең фамилиялары һәм исемдәре, уларҙың контакт мәғлүмәттәре лә бирелмәгән.

Бындай хәлде, Сергей Лаврентьев фекеренсә, ҡәнәғәтләнерлек тип атап булмай. Етмәһә, беҙҙең төбәк властың асыҡлығын баһалау буйынса эксперимент сифатында һайланған һәм был күрһәткес буйынса Һамар өлкәһе менән сағыштырыласаҡ. Шуға күрә республиканың муниципаль хакимиәттәренә электрон ресурстарҙы тулы программа буйынса файҙаланырға кәрәк.

— Ҡала һәм район хакимиәттәренең рәсми сайттары менән бер рәттән, муниципаль берәмек Советының да үҙ интернет-ресурстары булырға тейеш, – тип иҫәпләй Сергей Лаврентьев. – Әлегә был йүнәлештә эш насар бара, һәм Өфө ҡала Советы менән Шаран район Советының ғына үҙ сайттары бар. Советтың үҙ сайты булмаған осраҡта, уның эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәтте ҡала һәм район хакимиәте сайтында булһа ла урынлаштырырға кәрәк. Әммә былар төрлө власть органдары булыу сәбәпле, мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Советтар үҙ интернет-ресурстарын булдырырға тейеш.