9 декабрь, Йома

25 ғинуар 2010 йыл, 13:32

Башҡортостандың торлаҡ инспекцияһы – Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе

автор: Ғәлиә Нәбиева

2009 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт торлаҡ инспекцияһы халыҡҡа торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү сифатына дәүләт контроле алып барыу буйынса Рәсәй Федерацияһында иң яҡшыларҙың береһе тип танылды.

Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт торлаҡ инспекцияларының 2009 йылдағы эшенә йомғаҡ яһағанда РФ Баш дәүләт торлаҡ инспекцияһы тарафынан торлаҡ фондын тикшереүҙәр иҫәбе, торлаҡ өлкәһендә асыҡланған хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар һәм теркәлгән башҡарыу документтары – күрһәтмәләр, административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында протоколдар, тикшереү акттары һаны, штраф һалыу һәм түләтеүҙәр, юридик һәм физик шәхестәр мөрәжәғәттәре менән эшләү иҫәпкә алынды.

Инспекция эшмәкәрлеге сифатының мөһим күрһәткесе булып асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙарҙы билдәләнгән ваҡытта бөтөрөү һәм граждандарҙың мөрәжәғәттәрендә ҡуйылған мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеү тора.