10 декабрь, Шәмбе

25 ғинуар 2010 йыл, 11:56

Башҡортостанда күләмле инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә

автор: Любовь Колоколова

Быйыл Башҡортостан дөйөм суммаһы 48 миллиард һумдан ашыу суммаға тиң 30 күләмле инвестицион проектты ғәмәлгә индерергә иҫәп тота. Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында был турала БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров ентекләп һөйләне.

Уның әйтеүенсә, көрсөк арҡаһында бер нисә инвестицион проектты туҡтатырға тура килгән. Атап әйткәндә, был “Толпар” башҡорт тракторы производствоһына ҡағыла. Трактор буйынса алып барылған иҫәпләүҙәр Нефтекамалағы “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте майҙанында булдырылған AGCO менән берлектәге предприятиеға биреләсәк.

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, яҡын арала Өфө трансформатор заводының беренсе һәм икенсе сиратын файҙаланыуға тапшырыу, «Ласселсбергер» предприятиеһында керамик плиталар етештереүҙең башланыуы көтөлә. Бынан тыш, «Электрозавод» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә яңы коммутацион апаратура етештереүҙе яйға һалыу эше башланған.

“Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә вертолет двигателдәрен етештереүҙе Юрий Пустовгаров иң ҡыҙыҡлы инвестицион проект тип билдәләне. Уның фекеренсә, ӨМЭПБ был проектты тормошҡа ашырыу өсөн иң әҙерлекле предприятие. “Күмертау авиацион-производство предприятиеһы” йәмғиәте эшләп сығарған яңы вертолеттарҙың быуындарын етештереү буйынса кооперацияла 10-ға яҡын башҡорт предприятиеһы ҡатнаша ала.  

“Селена” төркөмө менән бер миллиард һумлыҡ заманса ағас эшкәртеү производствоһы төҙөлөшөн дә шундай уҡ мөһим проекттар иҫәбенә индерә Юрий Пустовгаров. Ағас эшкәртеү менән республика етди шөғөлләнергә ниәтләнә. Биш йылдан һуң тулайым төбәк продукцияһына был тармаҡ 100 миллиард һум һәм хеҙмәт баҙарына 10 меңгә яҡын яңы эш урыны өҫтәр, тип көтөлә.

Юрий Пустовгаров әйтеүенсә, Стәрлетамаҡ предприятиеларының береһе нигеҙендә машина төҙөлөшө производствоһы менән бәйле яңы проектты ғәмәлгә индерергә ниәтләнәләр, уның арҡаһында 10 мең кеше эш менән тәьмин ителәсәк.

Башҡортостан йәнә «Чех экспорт банкы» менән миллион тонна цемент етештерәсәк Учалы эзбиз-цемент комбинаты төҙөлөшөн тергеҙеү тураһында һөйләшеүҙәр алып бара.

Юрий Пустовгаров, шулай уҡ, күн-тире эшкәртеүгә бәйле бер нисә проект, “Полиэф” асыҡ акционерҙар йәмғиәте эргәһендә яңы производстволар булдырыу, өс мең кешене эш, ә башҡорт предприятиеларын заказдар менән тәьмин итәсәк IKEA сауҙа комплексы асылыуы тураһында әйтеп үтте.

Министр билдәләүенсә, төбәктә ҡалырға ризалашҡан инвесторҙар оҙайлы ваҡыт дауамында аҡса һалып, һөҙөмтәлә донъя кимәлендәге производство алырға ниәтләнә. Миҫал итеп ул әлеге ваҡытта ҡоролмаһын көйләгән, персонал һәм инфраструктураһын әҙерләгән «Ласселсбергер» (Австрия) компанияһын килтерҙе. Уның быйыл яҙ сафҡа индерелеүе көтөлә.