7 декабрь, Шаршамбы

25 ғинуар 2010 йыл, 11:41

«Башинформ» агентлығына республика Матбуғат фестивалендә награда тапшырылды

автор: Людмила Кузьмина | фото: Андрей Старостин

Өфөлә үткән республика Матбуғат фестивалендә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына наградалар – Сауҙа-сәнәғәт палатаһының «Рәхмәт хаты» һәм Һаҡлыҡ банкынан ҡиммәтле бүләк тапшырылды.

Сауҙа-сәнәғәт палатаһы «Башинформ» агентлығы коллективына Нанотехнологиялар конгресына, шулай уҡ I махсус юғары технологиялар күргәҙмәһенә әҙерлекте һәм уны үткәреүҙе объектив һәм тулы яҡтыртҡан өсөн рәхмәт белдерҙе. Награданы «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры урынбаҫары Алик Шакировҡа БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Алексей Никин тапшырҙы.

Финанс-иҡтисад һәм банк тематикаһын әүҙем яҡтыртҡан өсөн «Башинформ» агентлығы Һаҡлыҡ банкынан ҡиммәтле бүләк алды. Уны Һаҡлыҡ банкы вәкиле Вадим Богданов тапшырҙы.

Бынан тыш, «Башинформ» агентлығының иҡтисад бүлеге күҙәтеүсеһе Любовь Колоколова БР киң мәғлүмәт сараларында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға дәүләт ярҙамы мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға республика конкурсының «Электрон киң мәғлүмәт селтәрҙәренең иң яҡшы журналисы» номинацияһында еңгән өсөн диплом менән бүләкләнде.