Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә яңы физкультура-спорт үҙәге асыла

Йәмғиәт

Бөгөн, 25 ғинуарҙа, Өфөлә 31-се мәктәп территорияһында (Рихард Зорге урамы, 50) яңы физкультура-спорт үҙәген асыу тантанаһы үткәрелә.

Проект «2006 — 2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһында физик культураны һәм спортты үҫтереү» Федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бойомға ашырылды.

Был физкультура үҙәге – спорт залынан һәм ярҙамсы бүлмәләрҙән торған ике ҡатлы бина. Бында душ, кейенеп-сисенеү, тренерҙар, снаряд, ял итеү, медицина ярҙамы бүлмәләре, тренажер залы, саунаһы менән хәл алыу үҙәге, төрлө административ биналар бар. Объектты төҙөү 38 миллион һумға төшкән.

Объекттың дәүләт заказсыһы — Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы.

Төҙөлөш Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы бюджеттарынан финансланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть