Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Минзәлә башҡорттары тураһында яңы китап сыҡты

Йәмғиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт “Китап” нәшриәтендә тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың “Минзәлә башҡорттары ауылдары” исемле китабы баҫылып сыҡты. Күләмле монография билдәле тарихсының һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай һәм китап һөйөүселәрҙе 1920 йылға тиклем Рәсәйҙең дүрт өйәҙе һаналған Минзәлә, Бөгөлмә, Йылабуға һәм Сарапулдағы башҡорт ауылдарының ҡыҫҡаса тарихы менән таныштыра. Билдәле булыуынса, Минзәлә өйәҙе революцияға тиклем оҙаҡ йылдар Өфө губернияһы составында булған.    

Авторҙың башҡорттарға аҫаба ерҙәрен биләүгә юридик нигеҙ булған рус батшалары биргән хоҡуҡ һәм һаҡлау грамоталарының тексын килтереүе китаптың төп үҙенсәлеге булып тора. Унда шулай уҡ торама пункттар, уларҙың барлыҡҡа килеү ваҡыты һәм этник составы, нигеҙ һалыусылары һәм йәшәгән халҡы, хужалыҡ тураһында ентекле мәғлүмәт бирелгән. Китаптың тиражы 3000 экземпляр.  

Теги: нәшриәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть