8 декабрь, Кесе йома

25 ғинуар 2010 йыл, 10:09

Уҡытыусы йылы эмблемаһы билдәләнде

автор: Марина Шумилова

РФ Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Мәғариф буйынса федераль агентлыҡ Уҡытыусы йылы символикаһын эшләүгә конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Новосибирскиҙан профессиональ дизайнер, Рәсәй дизайнерҙары союзы ағзаһы Анна Щербакованың эше иң яҡшыһы тип танылды.

Уҡытыусы йылының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Уҡытыусы йылы эмблемаһын эшләү буйынса конкурсҡа өс мең самаһы эмблема килде, уларҙан 344 эш һайлап алынды. Иң яҡшыһы тип Анна Щербакованың эше танылды. Эмблемала ҡошсоҡтарын – үҙ уҡыусыларын – ҙур тормошҡа сығарған уҡытыусының асыҡ усы төшөрөлгән. Авторҙың фекеренсә, «уҡытыусылар – киләсәкте төҙөүсе кешеләр».

Был эмблема Рәсәйҙә Уҡытыусы йылын таныу һәм күрһәтеү билдәһе буласаҡ, ә әлеге ваҡытта уның нигеҙендә эшләнгән бренд-бук Уҡытыусы йылы сиктәрендәге бөтә материалдарҙың стилен билдәләйәсәк. Еңеүсе, шулай уҡ икенсе һәм өсөнсө урын яулаған эмблема проекттары авторҙары конкурсты ойоштороусыларҙан аҡсалата приздар аласаҡ.