7 декабрь, Шаршамбы

25 ғинуар 2010 йыл, 10:00

25 ғинуарҙан Мәсетле районында ауыл хакимиәттәре башлыҡтарының семинары башлана

автор: Марина Шумилова

25 ғинуарҙан Мәсетле районы муниципаль район хакимиәте “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм ҡағиҙәләре” Федераль законы талаптарына ярашлы, ауыл хакимиәте башлыҡтарына урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә арналған бер аҙналыҡ семинар үткәрә.

Семинарҙа ҡатнашыусылар алдында хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, бүлек һәм хакимиәт етәкселәре сығыш яһаясаҡ. Семинар нигеҙендә урындағы үҙидара проблемаларына арналған түңәрәк өҫтәл үткәреү ҡаралған. Уҡытыу йомғаҡтары буйынса ауыл хакимиәте башлыҡтары семинар тематикаһы буйынса реферат яҡлаясаҡ.