8 декабрь, Кесе йома

25 ғинуар 2010 йыл, 9:36

Инвалидтар проблемаларына арналған журналист конкурсы башлана

автор: Юлай Мәғсүмов

Социаль мәғлүмәт агентлығы 2010 йылда киң мәғлүмәт сараларында инвалидтар һәм инвалидлыҡ мәсьәләләрен яҡтыртҡан иң яҡшы яҙмаға “Ярҙам теле” конкурсын иғлан итә.

Конкурс инвалидтар һәм инвалидлыҡ мәсьәләләренә федераль һәм төбәк мәғлүмәт сараларының иғтибарын йүнәлтеү маҡсатында үткәрелә. Тәүҙә ойоштороусылар инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеген, инвалидтарҙы социаль  реабилитациялау мәсьәләләрен, ғәрип балалары булған ғаиләләрҙең проблемаларын, позитив ҡарашлы әүҙем тормош менән йәшәгән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең эшмәкәрлеген объектив яҡтыртҡан журналистарҙы баһаларға йыйына.

Конкурсҡа бөтә Рәсәй һәм төбәк киң мәғлүмәт сараларында, шулай уҡ федераль һәм төбәк интернет-баҫмаларҙа баҫылып сыҡҡан мәғлүмәти һәм аналитик жанрҙағы материалдар ҡабул ителә (репортаж, эссе, интервью, әңгәмә, статья, очерк).

Конкурста 2010 йылдың 15 июленә тиклем ебәрелгән (поята штемпеле буйынса) эштәр ҡатнаша. Конкурсҡа яҙманы Социаль мәғлүмәт агентлығына түбәндәге адрес буйынса ебәрергә: 127006 Мәскәү, 58-се абонент йәшниге.

Тулыраҡ мәғлүмәтте агентлыҡтың сайтынан ҡарарға мөмкин.