Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөнөң Киров районы үҙенең юбилей эмблемаһын эшләүгә конкурс иғлан итте

Сәйәсәт

Өфөнөң Киров районының 75 йыллығын байрам итеү сиктәрендә иң яҡшы юбилей эмблемаһы проектына конкурс иғлан ителде.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, унда ҡатнашыуға ижади союздар, профессиональ рәссамдар, юғары һәм урта уҡыу йорттары (художество бүлектәре һәм тарих факультеттары) уҡытыусылары һәм студенттары, шулай уҡ һәүәҫкәр рәссамдар һәм йәмәғәт ойошмалары саҡырыла. Эскиз район иҡтисады характерын, уның тарихи һәм тәбиғи үҙенсәлектәрен, халҡының традицияларын сағылдырырға тейеш.

Ҡатнашыуға заявканы һәм проекттарҙы 2010 йылдың 15 февраленән дә һуңға ҡалмай тапшырырға кәрәк. Эскиздарға талаптар: электрон форма (компакт-диск), стандарт ҙурлығындағы биттә (А4 форматы) төҫлө һүрәт, шулай уҡ символдарҙың мәғәнәһен ентекле аңлатып яҙыу.

Конкурс еңеүсеһе аҡсалата премия менән наградланасаҡ.

Проекттар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 85, 304-се кабинет, бәйләнеш телефоны: 279-90-09.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть