3 декабрь, Шәмбе

22 ғинуар 2010 йыл, 18:10

Боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса Европа чемпионатында ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға!

автор: “Башинформ”

23-24 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы – Өфөлә боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса Европа чемпионаты үткәрелә. Шуның менән бәйле Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов унда ҡатнашыусыларға ҡотлау ебәрҙе. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

“Боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса Европа чемпионатында хөрмәтле ҡатнашыусылар һәм ойоштороусылар!

Ҡәҙерле ҡунаҡтар һәм ярыш көйәрмәндәре!

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы – Өфөлә боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса Европа чемпионаты асылыу менән ихлас ҡотлайым!

Был ярыштарҙы танылған спидвей мастеры, алты тапҡыр донъя чемпионы Ғабдрахман Ҡадировтың һәм башҡа бик күп билдәле спортсыларҙың тыуған илендә үткәреүҙе беҙ ватан һәм донъя мотоспортын үҫтереүгә Башҡортостандың айырым бер өлөш индереүен таныу тип баһалайбыҙ.

Европаның иң көслө мотоуҙышсыларының ярышы сағыу һәм мауыҡтырғыс көрәштә үтер, ә уларҙың ғәййәрлеге, маҡсатҡа ынтылышлылығы һәм еңеүгә ихтыяры үҫеп килеүсе спортсылар быуыны өсөн матур өлгө булыр, тип ышанам.

Ярышта ҡатнашыусыларға һәм уны ойоштороусыларға – спортта юғары һөҙөмтәләр, ә көйәрмәндәргә күренекле спортсыларҙың сығыштарынан шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо алыуҙарын теләйем!

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.