5 декабрь, Дүшәмбе

22 ғинуар 2010 йыл, 17:10

Республика ҡала һәм район хакимиәт башлыҡтарының семинары тамамланды

автор: Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин

Өфөлә үткән, урындағы үҙидара һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләренә арналған биш көнлөк семинарҙа ҡатнашыусы Башҡортостан муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары үҙ квалификацияһын күтәреү курстары үтеүе тураһында танытмалар алды.

Уларҙы тапшырып, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Мансур Әйүпов, семинарҙа ҡатнашыусыларға йомғаҡлау тесты үткәреү уларҙың юғары белем кимәлен, профессионализмын күрһәтте, тип билдәләне.

Семинарға йомғаҡ яһап, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев республика, уның муниципаль берәмектәре алдында торған төп бурыстарға баҫым яһаны.

Уларҙың береһе – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүҙе юғары кимәлдә үткәреү, ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүлеү.

Беҙҙең алда ябай булмаған йыл – Республика йылы тора, — тип билдәләне Раил Сарбаев. – Был 20 йыл – ижад, Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың ал-ял белмәй, отпускыһыҙ эшләү йылдары. Беҙ тупланған иҡтисади потенциалды ғына түгел, шулай уҡ республикала һалынған һәм башлыса һеҙгә, урындағы власҡа бәйле булған социаль-психологик климатты ла һаҡларға тейешбеҙ.

Раил Сарбаев ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына һаулыҡ-таҙалыҡ, Башҡортостандың күп милләтле халҡы именлеге хаҡына эштәрендә уңыштар теләне.