Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Суд приставтары шылтыратыу көтә

Йәмғиәт

Граждандар хоҡуғын һәм хоҡуҡи мәнфәғәтен яҡлау буйынса эштәрҙе камиллаштырыу маҡсатында Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы (347) 273-59-82 һанлы “ышаныс телефонына” килгән һорауҙар һәм мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеү, иҫәпкә алыу эшен алып барасаҡ.

“Башинформ” агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “ышаныс телефоны” енәйәттәрҙе булдырмаҫҡа, шулай уҡ ведомствоға һәм башҡа органдарға граждандарҙың ялыуҙарын һәм мөрәжәғәттәрен ҡыҫҡартыу маҡсатында, Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренең башҡарыу документтарын дөрөҫ һәм сифатлы үтәүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса организацион характерҙағы сараларҙы алдан күҙалларға һәм иҫкәртергә ярҙам итә.  

Һәр мөрәжәғәт ентекле тикшерелә, һәм вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлегендә хоҡуҡ боҙоуҙар күҙәтелһә, уларҙы бөтөрөүгә тейешле саралар күрелә. Мөрәжәғәттәрҙе тикшереү һөҙөмтәһе тураһында шылтыратыусыға закон менән билдәләнгән ваҡытта яуап бирелә.

Рәсәй федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы етәкселеге граждандарҙан хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ” тәүлек әйләнәһенә эшләүсе “ышаныс телефонына” ваҡытында хәбәр итеүҙәрен һорай.

Бер ялыу ҙа яуапһыҙ ҡалдырылмаясаҡ, тип ышандыра ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть