8 декабрь, Кесе йома

22 ғинуар 2010 йыл, 15:03

«Керәшен һыуыҡтары» фестиваленең беренсе көнөнә йомғаҡ яһалды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Керәшен һыуыҡтары-2010» асыҡ эстрада йыр һәм бейеү фестиваль-конкурсының тәүге көнө йомғаҡтары билдәле булды. Йәш йырсылар, музыканттар һәм бейеүселәрҙең ижади ярышы был көндәрҙә Бөрө ҡалаһында бара.

Традиция буйынса беренсе конкурс көнөндә сәхнә йырсыларға бирелде. Бөрө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Анатолий Трапезников хәбәр итеүенсә, был номинацияла бөтәһе 70 кеше сығыш яһаны.

Улар араһынан иң яҡшыһы тип Бөрөнән Роман Әйетов танылды. Жюри «Керәшен һыуыҡтары-2010» фестивале Гран-прийын тап уға бирергә ҡарар итте.

Беренсе дәрәжә лауреаты исеменә тағы бер үҫмер – Шишмә ҡасабаһынан Юнир Ниғмәтуллин лайыҡ булды. Икенсе урынды – Өфөнән Карина Низамова, өсөнсөнө Нефтекаманан Наилә Ергәнова яуланы.

Фестиваль дипломдары менән DJ Ally (Туймазы), Марина Дорн (Бөрө) һәм Александра Виткаускас (Стәрлетамаҡ) билдәләнде.

Тағы 12 башҡарыусы махсус приздар менән бүләкләнде.

Бөгөн, 22 ғинуарҙа, хореографик коллективтар һәм музыкаль төркөмдәр конкурста еңеү өсөн көрәшә. «Керәшен һыуыҡтары» фестивале 23 ғинуарҙа ҙур гала-концерт менән тамамланасаҡ.