9 декабрь, Йома

22 ғинуар 2010 йыл, 14:30

Крәҫтиән хужалыҡтарына ярҙам 42 миллион һумға еткән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программаһы нигеҙендә 2009 йылда ауыл хужалығы производствоһы менән шөғөлләнгән 141 бәләкәй һәм урта субъект финанс ярҙамы алған. Дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 42 миллион һум тәшкил иткән. Шул иҫәптән 96 ауыл эшҡыуарына тәүге осорҙа бизнесты аяҡҡа баҫтырыуға 29,6 миллион һумға субсидиялар бирелгән, 45 фермерға сығымдарын ҡапларға булышлыҡ иткәндәр.  

БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, республика иҡтисадында ауыл эшҡыуарҙарының өлөшө йылдын-йыл арта. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 4214 крәҫтиән (фермер) хужалығы (КФХ) һәм ауыл хужалығы производствоһы менән шөғөлләнеүсе 263 шәхси эшҡыуар эшләй.

Фермерҙар үҙҙәренең һәм ҡуртымға алынған 528 мең гектар ерҙе эшкәртә, ә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында 160 мең гектар ер барлығы билдәле. Үрҙә һаналған хужалыҡтарҙа 1,2 баш һыйыр малы, 403,6 мең сусҡа, 892,8 мең һарыҡ-кәзә, 112,9 мең ат, 7,1 мең ҡош-ҡорт, 262,6 мең бал ҡорто күсе тотола. Республика ауыл хужалығы продукцияһы күләменең 60 процентынан ашыуы крәҫтиән (фермер) хужалығы менән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә.  

Халыҡ етештергән ауыл хужалығын эшкәртеү, һатыу менән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы шөғөлләнә. Хәҙерге мәлдә бындай 73 ҡулланыусылар кооперативы бар.