5 декабрь, Дүшәмбе

22 ғинуар 2010 йыл, 13:33

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2010 лайыҡлы кимәлдә үтергә тейеш

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан ҡала һәм райондары хакимиәт башлыҡтары семинарында Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса Территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниевтың сығышы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә әҙерлеккә арналды.

Был семинарҙа ҡатнашыусылар өсөн бик актуаль тема, сөнки хакимиәт башлыҡтарының күбеһе халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә әҙерлек буйынса ҡала һәм район комиссияларын етәкләй. Был ваҡиғаға әҙерлек ил тарихында 2006 йылдан алып барыла һәм уға бөтә власть кимәлдәре ҡатнашҡан ҙур саралар комплексы инә.

Былтыр йыл аҙағында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү өсөн норматив база булдырылды. Ноябрҙә “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тураһында” законға үҙгәрештәр индерелде. Декабрҙә РФ Хөкүмәте Ҡарарына ярашлы бланкалар раҫланды һәм халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү сроктары билдәләнде. Ул 2010 йылдың 14 октябренән 25-енә тиклем үтәсәк. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Комиссияһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде, министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың айырым категория кешеләрен иҫәпкә алыуҙы үткәреү өсөн яуаплылығы билдәләнде. Ҡарарҙа башҡа ойоштороу моменттары ла регламентланды.

Семинарҙа ҡатнашыусыларҙың иғтибары халыҡ иҫәбен алыуҙы уңышлы үткәреү урындарҙа кадрҙар әҙерләүгә һәм уҡытыуға, уларға эшләү өсөн нормаль шарттар булдырыуға бәйле булыуына йүнәлтелде.

— Республикала халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороуға бөтә власть органдары ҙур иғтибар менән ҡарай, – тине Әкрәм Ғәниев. — Һәм беҙҙә ул юғары кимәлдә үтәсәгенә шикләнмәйем.