4 декабрь, Йәкшәмбе

22 ғинуар 2010 йыл, 11:53

2010 йылда иген культуралары майҙаны бер аҙ арттырыласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы 2010 йылға сәсеү майҙандары структураһын билдәләне. Уға ярашлы, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары быйыл 1857 мең гектар майҙанда сәселәсәк. Был 2009 йыл кимәленә ҡарата 101 процент.

Агрономия хеҙмәте иҫәпләүҙәре буйынса, техник культуралар 202,9 мең гектар (101%) майҙанды биләйәсәк, шул иҫәптән шәкәр сөгөлдөрөнә – 59 мең га, май орлоғона көнбағышҡа 130 мең гектар бүлделәр.

Картуф һәм йәшелсәләргә майҙан үҙгәрмәйәсәк. Ул эшкәртеүсе предприятиеларҙың был культураларға баҙар ихтыяжын иҫәпкә алып төҙөлгән.

Хужалыҡтарҙа яҙғы сәсеүҙе үткәреү өсөн орлоҡ әҙерләү дауам итә. 2010 йылдың 15 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының 96 проценты Дәүләт референт үҙәге тарафынан сәсеүгә яраҡлы тип танылды. Ауыл хужалығы предприятиелары алдында сорттарҙы яңыртыу һәм алмаштырыу буйынса бурыстар тора.

Иген культураларынан 4-4,3 миллион тонна кимәлендә тотороҡло уңыш алыу өсөн 2010 йылда иген культуралары сәсеүлектәренең һәр гектарына кәмендә 25 килограмм иҫәбенән минераль ашламалар индерергә кәрәк. Айырыуса шәкәр сөгөлдөрө минераль ашламалар индереүҙе талап итә. Уға һәр гектарына физик ауырлыҡта 500 килограмм кәрәк. Мал аҙығы культураларына норма буйынса 100-әр килограмм кәрәк.

Агрономия хеҙмәте белгестәре 2010 йылда тупраҡтың уңдырышлылығын яҡшыртыу өсөн кәмендә 65 мең тонна минераль ашламалар файҙаланырға тәҡдим итә. Һәр гектарға 30-ар килограмм ашлама индерергә кәрәк.