Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

"Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры" конкурсына Башҡортостандан ете эшҡыуар барасаҡ

Иҡтисад

Март башында Мәскәүҙә “Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры” XIII Бөтә Рәсәй конкурсының федераль этабы үтәсәк. Унда Башҡортостандан ноябрҙә Өфөлә үткән төбәк этабында еңеүсе ете эшҡыуар ҡатнашасаҡ.

Республикабыҙҙан конкурсҡа түбәндәгеләр барасаҡ: төп номинация — «Бизнес корифейы»нда еңеүсе «Домовенок» балалар кафеһы селтәре директоры (Өфө) Римма Еникеева; «Неон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе (Өфө) Наталья Денисова; «РегионОпт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры (Стәрлетамаҡ) Елена Матвеева;   Өфөнән шәхси эшҡыуар Наталья Евдокимова («Каменная россыпь» магазины); «Байрам» һатыу селтәре идара итеүсеһе (Өфө) Светлана Мирғәлиева; ИСТРА Мәғариф мәғлүмәт технологиялары үҙәге директоры (Стәрлетамаҡ) Тамара Кудрейко; «Башсахаювелир» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры, «Йыл меценаты» тип танылған Гөлсөм Ҡорбанова.

— Конкурсанттарыбыҙ илебеҙ баш ҡалаһынан лайыҡлы наградалар килтерер, тип ышанабыҙ, — тине Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина. — Был конкурста беҙ йыл һайын ҡатнашабыҙ. Ассоциация ойошторолғандан алып 17 йыл эсендә 100-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙыбыҙ "Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры" Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды, уларҙан 43-ө миҙалға лайыҡ булды, 14 еңеүсебеҙ исемле миҙал алды, өсәүһенә "Рәсәйҙең атҡаҙанған директоры" исеме бирелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть