10 декабрь, Шәмбе

22 ғинуар 2010 йыл, 10:28

Мортаза Рәхимов Рәсәй Дәүләт Cоветы ултырышында ҡатнашасаҡ

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

22 ғинуарҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашасаҡ.

Ултырыш Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев рәйеслегендә Кремлдең Ҙур Һарайында үтәсәк.

Дәүләт Советында сәйәси системаны камиллаштырыу һәм Рәсәйҙең сәйәси институттарын нығытыу мәсьәләләре тикшереләсәк.