11 декабрь, Йәкшәмбе

22 ғинуар 2010 йыл, 10:24

Муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының семинарында кадрҙар һәм информацион сәйәсәт мәсьәләләре тикшерелә

автор: Марина Шумилова

Муниципаль район һәм ҡала округы хакимите башлыҡтарының семинарында бөгөн кадрҙар һәм информацион сәйәсәт мәсьәләләре тикшерелә.

Семинарҙа ҡатнашыусылар алдында БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов сығыш яһап, урындағы үҙидара системаһында кадрҙар сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен анализлаясаҡ, ә БР Президенты янындағы дәүләт советнигы, тарих фәндәре кандидаты Сергей Лаврентьев 2010 йылда республикала мәғлүмәт сәйәсәте өлкәһендәге өҫтөнлөклө мәсьәләгә иғтибарын йүнәлтәсәк. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил Мәзитов 2009 йылда Башҡортостанда үткән муниципаль һайлау кампанияларына йомғаҡтар яһай, һәм киләһе йылға эштәрҙе билдәләй. Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев сығышын алдағы халыҡ иҫәбен алыуға арнай. Район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары артабан муниципаль берәмектәрҙе үҫтереү стратегияһын әҙерләү буйынса эшлекле уйын- дәрестә ҡатнашасаҡ.

Бөгөн – семинарҙың һуңғы көнө, шуға күрә уның ҡатнашыусылары алып барылған эштәргә йомғаҡтар яһап, тест үтәсәк, уның һөҙөмтәләре нигеҙендә муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәте башлыҡтарына квалификация күтәреү буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы курс үтеүҙәре тураһында танытмалар тапшырыласаҡ.