9 декабрь, Йома

22 ғинуар 2010 йыл, 10:17

Республика йылына старт бирелде

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

21 ғинуарҙа Өфөлә, Ҡала мәҙәниәт йортонда, Республика йылын асыу тантанаһы үтте. Унда БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, Хөкүмәт ағзалары, Башҡортостан муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.

Был ваҡиғаға ҡарата Мәҙәниәт йорто фойеһында республика баш ҡалаһының төрлө өлкәләрҙәге ҡаҙаныштары тураһында һөйләүсе күргәҙмә ойошторолдо. Тантана кинохроника кадрҙарын күрһәтеүҙән башланды. Экранда бер-бер артлы Башҡортостандың хәҙерге үҫешен билдәләгән мөһим документтарҙы ҡабул итеү менән бәйле ваҡиғалар үтте: Дәүләт суверенитеты тураһында декларация, Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләт власы органдары араһында вәкәләттәрҙе сикләү, яңыртылған БР Конституцияһы тураһында Договорҙар.

— Демократик Рәсәй составында хәҙерге Башҡортостандың үҫеш нигеҙҙәре бынан 20 йыл элек һалынды, — тине йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаев. —1990 йылдың 11 октябрендә республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителде, ул оҙаҡ йылдарға уның үҫеш йүнәлештәрен билдәләне.

Был ваҡиғаның тамырҙары тәрән, тип билдәләне Павел Качкаев. Ысынында тыуған яғыбыҙ үҫешенә тәүге таш 1557 йылда, башҡорт халҡы вәкилдәре Рус дәүләтенә ҡушылыу тураһында договорға ҡул ҡуйған саҡта, һалына. 2007 йылда республика был мөһим ваҡиғаның 450 йыллығын билдәләне, уға әҙерләнгәндә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республиканың иҡтисади нигеҙен тағы ла нығытҡан социаль мөһим объекттар төҙөлөшөнә баҫым яһаны.

— Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙе республикабыҙ, киләсәк быуындар яҙмышына ҙур йоғонто яһаусы мөһим ваҡиға тип атарға мөмкин. 20 йыл эсендә Башҡортостанда бик күп эштәр башҡарылды. Һөҙөмтәләр һиҙелерлек, — тине Павел Качкаев.

Өфө — Рәсәйҙә халыҡтың тәбиғи үҫеше юлға һалынған берҙән-бер миллионлы ҡала. Республика йылы 20 йылда үткән юлды байҡау мөмкинлеге бирә. Беҙ киләсәккә ышаныслы атлайбыҙ.

Өфө хакимиәте башлығы барыһына ла һаулыҡ, именлек, бәхет, рух күтәренкелеге һәм Республика йылында яңы уңыштар теләне.

Рәсми өлөш тамамланғандан һуң “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, ҡаланың иң яҡшы үҙешмәкәр коллективтары ҡатнашлығында байрам концерты күрһәтелде.