Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе продукция сығарыуҙың артыуын күҙаллай

Иҡтисад

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 2009 йылда «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 18 миллиард һумлыҡ тауар етештергән (2008 йыл менән сағыштырғанда туғыҙ процентҡа күберәк). Йыллыҡ производство заданиеһын предприятие тулыһынса үтәгән.  

Уҙған йылдың төп маҡсаты хеҙмәттең нәтижәлелеген артырыу булһа, был үтәлгән — иҫәпкә алынған ваҡыт арауығында, алдан яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса,  2008 йыл менән сағыштырғанда бер хеҙмәткәргә эшләп сығарыу күләме 27 процентҡа артҡан.

ӨМЭПБ үҙенең продукцияһының 82,3 процентын экспортҡа сығарған, төп заказсылары – Индия менән Алжир, тип хәбәр итә «ӨМЭПБ» йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса идаралығы.

— Уҙған 2009 йыл беҙҙең өсөн еңелдәрҙән булманы, шулай ҙа төп маҡсатҡа өлгәшә алдыҡ, — тип берекмә эшмәкәрлеге йомғаҡтарына аңлатма бирә «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Артюхов. — Зыянлы 2008 йылдан һуң артабан файҙаға ғына эшләүҙе планлаштырабыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть