5 декабрь, Дүшәмбе

22 ғинуар 2010 йыл, 9:16

Өфөлә «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2010» конкурсы башлана

автор: Эльмира Сабирова

Бөгөн, 22 ғинуарҙа, Ҡала мәҙәниәт һарайында Өфөлә Уҡытыусы йылын һәм йыл һайын үткәрелеп килгән “Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2010” профессиональ оҫталыҡ конкурсын асыу тантанаһы үткәрелә. Унда район турҙарында еңеүселәр ҡатнаша. Бөтәһе 40-тан ашыу педагог. Өс аҙна буйына улар алдында байтаҡ һынау үтеү бурысы тора. Былар асыҡ дәрестәр һәм класс сәғәттәре, матбуғат конференциялары, инновацион проекттарҙы яҡлау, мастер-кластар, халыҡ алдында лекциялар һәм дебаттар.

Еңеүселәр бер нисә номинация буйынса билдәләнәсәк. “Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2010”, “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Иң яҡшы рус теле уҡытыусыһы”, “Иң яҡшы татар теле уҡытыусыһы”.

Еңеүселәрҙең исемдәре 15 февралдә билдәле буласаҡ.

темалар: мәғариф