5 декабрь, Дүшәмбе

22 ғинуар 2010 йыл, 9:12

Һуғыш ветерандары блокаданы иҫкә ала

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 27 ғинуарҙа Ленинградтың (әле Санкт-Петербург) блокадаһын бөтөрөү йыллығына арналған сара үтәсәк. Рәсәй тарихындағы һәләкәтле йылдарҙы ул ваҡиғаларҙың шаһиттары – 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫкә ала.

Музей хеҙмәткәрҙәре улар менән осрашыуға Өфөнөң 3-сө гимназияһы менән Фатима Мостафина исемендәге 20-се һанлы ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыларын саҡырған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ленинград блокадаһы 1941 йылдың 8 сентябренән 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем дауам иткән (блокада ҡулсаһын 1944 йылдың 18 ғинуарында йырып сыҡҡандар) – барыһы 872 көн.

Блокада алдынан ҡалала запас аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ етерлек күләмдә булмай. Ладога күле ҡулсала ҡалған Ленинград менән берҙән-бер бәйләнеш юлы булып ҡала. Үкенескә күрә, “Йәшәү юлы” тип исемләнгән был транспорт артерияһының мөмкинлектәре ҡала ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерә алмай. Йылылыҡ һәм транспорт ауырлыҡтары менән киҫкенләштерелгән аслыҡ йөҙ меңләп халыҡтың үлеменә килтерә.