Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Үҙидара башбаштаҡлыҡҡа әйләнмәҫкә тейеш

Сәйәсәт

Ҡала һәм район хакимиәт башлыҡтары семинарында БР Прокуратураһының хоҡуҡи акттар законлылығын күҙәтеү бүлегенең өлкән прокуроры Руслан Исмәғилевтың сығышында прокуратура һәм урындағы үҙидара органдарының үҙ-ара мөнәсәбәттәре мәсьәләләре төп урынды биләне.

— Прокуратура органдары тарафынан республикабыҙҙа урындағы үҙидараны формалаштырыу проблемаларына ҙур иғтибар бирелә, — тине Руслан Исмәғилев. – Рәсәй Федерацияһында үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында федераль закон менән билдәләнгән күсеү осоро тамамланыуға бер йыл үтеп тә китте. Был өлкәлә байтаҡ эштәр башҡарылды.

Урындағы үҙидараның мөһим функцияларының береһе булып нормалар ижад итеү тора. Руслан Исмәғилев билдәләүенсә, урындағы үҙидара органдары юридик кадрҙарҙың профессиональ әҙерлегенә, уларҙың квалификацияһын күтәреүгә ҙур иғтибар бирергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта ул, прокуратура хеҙмәткәрҙәре даими нигеҙҙә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы базаһында ҡайтанан әҙерлек үткән муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн лекциялар уҡый, тип билдәләне.

— Норматив-хоҡуҡи акттар әҙерләү дәүләт власы, урындағы үҙидара органдарының, төп уҡыу һәм фән үҙәктәренең дөйөм бурысы булып торорға тейеш, сөнки муниципаль райондарҙа, ҡала округтарында ҡайһы берҙә төрлө өлкәләге кәрәкле хоҡуҡ акттарын үҙ аллы эшкәртеү өсөн ресурстар булмай, — тине Руслан Исмәғилев. – Федераль закондар йыш үҙгәреп тороуын иҫәпкә алып, урындағы үҙидара органдарына федераль закондар үҙгәреше мониторингы системаһын юлға һалырға кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть