3 декабрь, Шәмбе

21 ғинуар 2010 йыл, 16:27

Тарихты боҙоп күрһәтеүгә юл ҡуйылмаясаҡ

автор: Юлай Мәғсүмов

Рәсәй дәүләт гидрометеорология университеты Санкт-Петербург дәүләт университетының донъя сәйәсәте кафедраһы ҡатнашлығында  «Икенсе Бөтә донъя һуғышы тарихын уҡытыуҙағы ауырлыҡтар» III бөтә донъя конференцияһы тураһында иғлан итте. Ул 2010 йылдың 6-9 майында Санкт-Петербургта үтәсәк.

Конференцияның ойоштороу комитетынан «Башинформ»ға хәбәр итеүҙәренсә, уның ҡатнашыусылары, табылған яңы документтарҙы, мәғлүмәтте, һуңғы арала барған бәхәстәрҙе, тарихсыларҙың, йәмәғәтселектең һәм сәйәсмәндәрҙең төрлө фекерен иҫәпкә алып, был биш йылды үҙ эсенә алған һәләкәтле йылдар тарихын уҡытыуҙағы тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.

Конференцияла ҡатнашырға теләге булғандарға 2010 йылдың 10 февраленә тиклем оргкомитетҡа мөрәжәғәт итергә тәҡдим ителә.

Тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге адрес буйынса табырға мөмкин.

http://openworldlive.net/dl.php?id=113