11 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2010 йыл, 15:53

Мәләүездә «Серле Башкортостаным минең» фотоһүрәттәр конкурсы үтте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Мәләүездә мәктәп уҡыусылары араһында “Серле Башҡортостаным минең” фотоһүрәттәр конкурсы үтте. Икенсегә үткәрелгән конкурстың ойоштороусылары – БР Экология министрлығы һәм Мәләүез муниципаль районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге.  

Уҡыусылар һәләтен “Башҡортостан тәбиғәтенең уникаль урындары”, “Ғәҙәти экспедиция көндәре” һәм “Һирәк кадр” номинацияларында һынап ҡараны.

Быйыл конкурста 41 уҡыусы ҡатнашты. 115 фотоһүрәт тәҡдим ителде.

БР Экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, беренсе номинацияла Тимур Ниғмәтуллин еңгән. “Һирәк кадр”ҙа ла уға етеүсе табылмаған. “Ғәҙәти экспедиция көндәре” номинацияһында иһә Алина Низаметдинова еңеү яулаған. 13 фотоэш тәҡдим иткән Нөгөш ауылынан Анастасия Зверева фотоконкурстың иң әүҙем ҡатнашыусыһы тип билдәләнгән. Мәктәп уҡыусыларына маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр бирелгән. Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙән артабан Мәләүез ҡала мәҙәниәт һарайында фотокүргәҙмә ойоштороу планлаштырыла.