4 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2010 йыл, 15:28

Республика клиник онкология диспансеры хирургтары «Алтын скальпель» алды

автор: Елена Макушина

Рәшит Баҙыҡов етәкселегендәге Республика онкология диспансеры хирургтары бригадаһы БР хирургтар ассоциацияһы бүләген — «Алтын скальпел»де  яуланы. Хирургтарҙың ашҡаҙанға 12 сәғәт дауамында барған ҡатмарлы операцияһын шулай билдәләгәндәр.

«Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Республика кардиология диспансеры, Өфөнөң тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһы, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты дауаханаһы дипломдар менән бүләкләнгән.

Башҡортостан Республикаһының Хирургтар ассоциацияһы, Рәсәй медицина фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, профессор Вил Тимербулатов етәкселегендә, 1996 йылдан алып хирургтар араһында иң яҡшы операциянан тыш, иң һәйбәт фәнни эшкә һәм монографияға конкурс үткәрә.