4 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2010 йыл, 15:26

«Башнефть»тең нефть һәм газ табыу буйынса вице-президенты – Александр Дашевский

автор: Эльвира Латипова

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең нефть һәм газ табыу буйынса вице-президенты итеп элек «Роснефть» нефть компанияһының ярҙамсы йәмғиәте — «Ванкорнефть» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын биләгән Александр Дашевский тәғәйенләнде. 2005 — 2008 йылдарҙа Александр Дашевский «Роснефть» нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте департаменты директоры вазифаһында эшләгән.

«Башнефть»тең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Александр Дашевский нефть һәм газ табыуҙы, нефть табыуҙы производство-техник тәьмин итеүҙе, шулай уҡ геологик эҙләнеүҙәр эштәрен һәм нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе етәкләйәсәк.

— БашТЭК предприятиелары комплексын артабан үҫтереү һөҙөмтәле эшләүсе вертикаль берләшкән структура булдырыуға бәйләнгән, — ти «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Виктор Хорошавцев. — Бының өсөн беҙ предприятиелар коллективы тарафынан тупланған тәжрибәне файҙаланыу ғына түгел, илдең нефть тармағының иң яҡшы кадрҙарын йәлеп итәбеҙ.