9 декабрь, Йома

21 ғинуар 2010 йыл, 15:10

Почта тарифтары февралдә уртаса 12 процентҡа артасаҡ

автор: Любовь Колоколова

Быйыл эске хат корреспонденцияһын ебәреү хеҙмәттәренә (почта карточкаһы, хат, бандероль) тарифтар уртаса 12 процентҡа артасаҡ. Шундай ҡарар ҡабул итте Тарифтар буйынса федераль хеҙмәт РФ Хөкүмәтенең “Һәр кем ҡулланырлыҡ электр бәйләнеше һәм почта элемтәһе хеҙмәттәренә тарифтарҙы дәүләт көйләүе тураһында”ғы ҡарары сыҡҡандан һуң.  

Шулай итеп, ағымдағы йылда киләһе тарифтар билдәләнгән: ябай почта карточкаһын ебәреү өсөн – 7 һум 70 тин (тариф 16,5 процентҡа артҡан), заказлы карточка – 18 һум (тариф уҙған йыл кимәлендә ҡалдырылған), 20 грамға тиклем ябай хат – 10 һум 50 тин (тариф 16,5 процентҡа артҡан), 20 грамға тиклем заказлы хат – 24 һум 15 тин (тариф элекке кимәлдә ҡалған), 20 грамға тиклемге хаҡы күрһәтелгән хат – 52 һум 80 тин (10 процентҡа артҡан). 100 грамға тиклемге ауырлыҡтағы ябай бандеролде ебәреү 23 һум 10 тин торасаҡ (тариф 16,5 пройентҡа үҫкән), 100 грамлыҡ заказлы бандероль ебәреү өсөн 35 һум 15 тин түләргә тура киләсәк (шул уҡ кимәлдә ҡалған). Хаҡы күрһәтелгән бандеролде ебәреүгә тариф 10 процентҡа артҡан.  

Федераль тариф хеҙмәте менән ҡабул ителгән ҡарарҙар февраль башынан көсөнә инә.

Шуның менән бергә, хаҡтарҙың бер аҙ артыуына ҡарамаҫтан, почта корреспонденцияһын ташыуға тарифтар үҙҡиммәтенән түбән булып ҡала, тип билдәләй БР федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәте. Тарифтарҙы индекслау “Рәсәй Почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы сығымдарын өлөшләтә генә ҡаплаясаҡ.