5 декабрь, Дүшәмбе

21 ғинуар 2010 йыл, 14:51

Силәбелә башҡорт театр студияһы асыла

автор: Марина Шумилова

Силәбелә Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы базаһында башҡорт театр студияһы ойошторола.

Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Флүза Ғайсина әйтеүенсә, студияға Башҡортостандың Учалы районында тыуып үҫкән, З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһын тамамлаған Гөлсөм Таһирова етәкселек итәсәк. Ул Силәбе дәүләт университетының башҡорт бүлеге студенттары менән эшләп, үҙ ижади һәләтен күрһәтте лә инде, уларҙың театраль башланғыстары төрлө смотрҙарҙа һәм конкурстарҙа юғары баһа алды. Теләүселәрҙең барыһы ла театр өлкәһендә үҙ көстәрен һынап ҡарай ала. Етмәһә, Силәбелә башҡорт студияһын төҙөү өсөн потенциал бар – өлкә Башҡорт йәштәре иттифағы активистары, Силәбе дәүләт университеты студенттары, уларҙың күптәре квн хәрәкәтендә ҡатнаша. Хәйер, студия өлкән йәштәге кешеләр менән дә тулылана ала, уҙған быуаттың 80-се йылдарында данлыҡлы Силәбе трактор заводында үҙешмәкәр башҡорт театры эшләй ине бит.