4 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2010 йыл, 14:21

Фоат Хантимеров: мәғлүмәт тапшырыу системаһы берҙәм социаль һалымдан страховка түләүҙәренә күсеүҙе ябайлаштырасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева, Эльвира Латипова

Берҙәм социаль һалымды ғәмәлдән сығарыу шарттарында пенсия страховкалау системаһы үҫеше темаһына арналды муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының Өфөлә үткән семинарындағы БР буйынса Рәсәй пенсия фонды Бүлеге идарасыһы Фоат Хантимеровтың сығышы.

2010 йылдың 1 ғинуарынан страховка иғәнәләрен йыйыуҙы контролләү вазифаһы һалым хеҙмәтенән Пенсия фондына бирелде. Ошоға бәйле контроллек итеүсе айырым структура булдырыу талап ителде. Бөгөнгө көндә күп кенә ҡала һәм райондар яңы хеҙмәткә биналар бүлеп биреп, квалификациялы кадрҙар менән тәьмин иткән. Ғинуарҙа страховка иғәнәләренең артыуы күҙәтелгән.

Фоат Хантимеров әйтеүенсә, әлеге мәлдә ғинуар өсөн пенсияларҙы финанслау тамамланған – уларҙы алыусыһына алып барып еткереү менән шөғөлләнәләр.  

БР буйынса РПФ Бүлеге башлығы берҙәм социаль һалымдан страховка иғәнәләренә күсеүҙең бер нисә үҙенсәлегенә туҡталды. Мәсьәләне ябайлаштырыр өсөн мәғлүмәт тапшырыусы корпоратив система булдырылған. Урындарҙағы һәр идаралыҡта Фондтың клиенттар хеҙмәте төҙөлгән. Унда һанаулы минуттар эсендә пенсионерҙар, страховкалаусылар, предприятиелар тураһында мәғлүмәт тупланған республика базаһына инеп, эшләүсе граждандарҙың пенсион тупланмаһы тураһында белешмә алырға мөмкин.  

Фоат Хантимеров  страховка түләүҙәренең страховкаланған йыл “хаҡына” ҡарап иҫәпләнеүе тураһына һөйләне. Предприятиелар мотлаҡ страховка иғәнәһен һәр хеҙмәткәренә түләргә тейеш. Эш биреүселәр түләгән аҡса БР буйынса Федераль казначейство Идаралығында туплана. Иҫәпләнгәне менән казначействоға килгән сумманың тура килеүен тикшергәндән һуң, финанс ағымы Пенсия фонды иҫәбенә ебәрелә. Корпоратив система арҡаһында түләнгән страховка иғәнәһенә теләгән ваҡытта мониторинг үткәрергә мөмкин. Ваҡытында иҫәпләшмәгән эш биреүселәргә ҡарата мәжбүр итеүсе саралар ҙа ҡаралған. Мәҫәлән, тейешле ваҡытҡа һуңлатҡан һәр көн өсөн бер айлыҡ страховка иғәнәһенең 0,29 проценты күләмендә пени өҫтәлеп бара.

Был сылбырҙа “үткәреүсе” вазифаһын башҡарыусы коммерция банктарына ла ҙур яуаплылыҡ һалына. Төрлө ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн штрафтар һәм лицензияһын алыуға тиклем башҡа төрлө саралар ҡаралған. Миҫалға, түләүсенең иҫәбен йәшергәне өсөн 40 мең күләмендә штраф билдәләнгән.

Иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уҙған йылда страховка түләүҙәре кәмемәгән,  ә декабрь айында ул 2008 йылдың декабрендәге сумманан 300 миллион һумға артып киткән, тип билдәләне Фоат Хантимеров.