Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

«Уралсиб» банкы идараһы рәйесе итеп Илдар Мөслимов тәғәйенләнде

Иҡтисад

«Уралсиб» банкы идараһы рәйесе итеп элек идара рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләгән Илдар Мөслимов тәғәйенләнде. Тәғәйенләү РФ Үҙәк банкында килешеү үтте һәм «Уралсиб» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Күҙәтеү советы ҡарары менән раҫланды.

Идара рәйесе урынбаҫары вазифаһында Илдар Мөслимов банктың корпоратив бизнесын етәкләне, ҙур, урта һәм бәләкәй бизнес предприятиелары эшенә етәкселек итте. Банктың төбәк коммуникациялары идаралығында билдәләүҙәренсә, башлыса Илдар Мөслимовтың был төп йүнәлештә күп йылдар уңышлы эшләүе һөҙөмтәһендә «Уралсиб» банкы бәләкәй һәм урта бизнесҡа кредит биреү баҙарында тотороҡло рәүештә икенсе урынды биләй һәм корпоратив клиенттар иҫәбендә ҙур аҡсалата һалыуҙар менән Рәсәйҙең иң ҙур ун банкы иҫәбенә инә.

Үҙәк һәм Көнсығыш Европала финанс институттарын бергә ҡушыу буйынса ун йыллыҡтың иң ҙур килешмәһе – «Уралсиб» берҙәм бренды аҫтында Рәсәйҙең биш банкын берләштереү – Илдар Мөслимовтың туранан-тура әүҙем ҡатнашлығында үтте. Ул «Уралсиб» банкының хәҙерге ваҡытта 420-нән ашыу һатыу нөктәһе булған һәм 3,5 миллиондан ашыу клиентты хеҙмәтләндергән заманса төбәк селтәрен ойоштороуға етәкселек итте.

Яңы вазифала Илдар Мөслимов алдында бизнестың бөтә төп сегменттарында банктың ҡатнашыуын артабан киңәйтеү бурысы тора.

Белешмә.

Илдар Рауил улы Мөслимов 1965 йылдың 27 марттында тыуған. 1991 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1993 йылда "БашКредитБанк" банкында (һуңыраҡ «Уралсиб» банкы итеп үҙгәртелә) эшләй башлай, төрлө етәксе вазифалар биләп,  2004 йылда банк идараһы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2006 йылдан корпоратив банк бизнесына етәкселек итеү, төбәк селтәре менән идара итеү, «Уралсиб»тың алыҫтағы үҙәк офисына һәм банк эшмәкәрлегенә юридик етәкселек итеү ҙә Илдар Мөслимовтың бурыстарына инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть