11 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2010 йыл, 12:32

Фидус Ямалетдинов: социаль сәйәсәт маҡсаты – кешеләрҙең көнкүрешен яҡшыртыу

автор: Елена Макушина

Ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары семинарында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов төбәк һәм урындағы кимәлдәрҙә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү тураһында һөйләне.

Вице-премьер хеҙмәт һәм граждандарҙы социаль яҡлау өлкәһендәге бурыстарҙы ваҡытында хәл итеүҙең мөһимлеген билдәләне. Атап әйткәндә, 2010 йылда был өлкәләге сараларҙы тормошҡа ашырыуға 9900 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде.

Фидус Ямалетдинов, Башҡортостанда халыҡтың тормош кимәле өлкәһендәге күрһәткестәрҙең ыңғай динамикаһын һаҡлауға өлгәшелде, тип хәбәр итте. 2008 йылда табыштары йәшәү минимумы күләменән кәмерәк булған халыҡ өлөшө 12,8 проценттан 11,5 процентҡа тиклем кәмене. Был күрһәткес буйынса беҙҙең төбәк Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәй буйынса 12-се урынды биләй. Ә халыҡтың аҡсалата табыштары кимәле буйынса республика 2008 йыл йомғаҡтары буйынса – 21-се, 2009 йылдың туғыҙ айында 18-се урында ине.

Вице-премьер муниципалитеттар етәкселәренең иғтибарын эш хаҡын һуңлатыу буйынса бурыстарҙы бөтөрөүгә йүнәлтте. Ул, эшһеҙлек буйынса проблемалар быйыл да киҫкен торасаҡ әле, тип билдәләне, һәм хакимиәт башлыҡтарын халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса бөтә сараларҙы күрергә саҡырҙы.

Ямалетдинов шулай уҡ, хеҙмәтте һаҡлау мәсьәләләре лә элеккесә актуаль булып ҡала, тип билдәләне. «Етештереү күләмдәре кәмеһә лә, хеҙмәтте һаҡлау талаптарын боҙоуҙар һаны кәмемәй», — тине ул.

Фидус Әғләм улы иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ шарттарында граждандарҙың хоҡуҡтарын күҙәтеүҙең мөһимлеген билдәләне.