10 декабрь, Шәмбе

21 ғинуар 2010 йыл, 12:03

«Салауат Юлаев» «Металлург»ты тар-мар итте

автор: Дмитрий Слезин

Өфөнөң «Салауат Юлаев»ы Новокузнецкиҙа Континенталь хоккей лигаһы сиктәрендә сираттағы алышта «Металлург»ты еңде — 6:1.

Беренсе осорҙа уҡ Владимир Антипов, Мирослав Блатяк һәм Патрик Торесендың «интернациональ» голдары, асылда, бар мәсьәләне хәл итте – 3:0.

Артабан Торесен дублен теркәп ҡуйҙы, Александр Радулов та иҫәпкә ике шайба өҫтәне.

«Салауат» 100 мәрәйгә етеп, чемпионаттың дөйөм таблицаһында Питерҙың СКА-һынан һуң (уның 104 мәрәй) әле икенсе урынды биләй.

21 ғинуарға ҡарата Чернышев Дивизионында турнир торошо түбәндәгесә: 1.“Салауат Юлаев (Өфө) – 100 мәрәй (46 уйын); 2.”Авангард” (Омск) – 80 (44); 3.”Барыҫ (Астана) — 65 (47); 4.«Себер» (Новосибирск) – 50 (46); 5.«Амур» (Хабаровск) – 50 (46); 6.«Металлург» (Новокузнецк) – 42 (46).

Йәкшәмбелә, 24 ғинуарҙа «Салауат Юлаев» үҙебеҙҙә Мәскәүҙең «Спартагы»  менән уйнаясаҡ.

темалар: хоккей,КХЛ